Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Башҡа бер өлөшө тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Улар, ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, тиҙ арала шытып сыҡҡан. Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, «Кешеләрҙән», – тиергә иһә халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр. «Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр. Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине. Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друзилла менән килде һәм Павелды саҡыртып алды. Ул Павелдың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы. Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, – тине ул. Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.
Выбор основного перевода