Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды. Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булған. Шул көндәрҙә Ғайса, доға ҡылыу өсөн, тауға артылған һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡҡан. Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән. Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
Выбор основного перевода