Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты. Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды. Улар Капернаумға килде. Ғайса, шәмбе көнө тыуғас та, ғибәҙәтханаға инеп йыйылған халыҡты өйрәтә башланы. Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона! – Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ бит, шулай булғас, нисек итеп Ул: «Мин күктән килдем», – тип әйтә ала икән? – тиеште. Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде. Улар тамам аптырап: – Был һөйләүселәрҙең барыһы ла Галилеянан түгелме һуң? – тинеләр. – Нисек инде һәр кемебеҙ уларҙың үҙ туған телебеҙҙә һөйләүен ишетә? Беҙҙең арала Парфия, Мидия, Елам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадокияла, Понтта, Асия өлкәһендә, Фригияла, Памфилияла, Мысырҙа һәм Ливияның Киринеяға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр, крит һәм ғәрәбстандар, йәһүдтәр, йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ барыбыҙ ҙа Алланың бөйөк эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!
Выбор основного перевода