Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Һуңыраҡ Яхъяның шәкерттәре килеп уның кәүҙәһен алып китте. Уны ҡәбергә һалғас, был хаҡта Ғайсаға барып һөйләнеләр. Кәүҙәне алып, Йософ уны таҙа етен туҡымаға ураны ла, үҙенә тип таш ҡаяны өңөп яһалған яңы ҡәбергә алып барып һалды. Ҡәбер ауыҙына ҙур бер ташты терәп китте. Йософ, Пилат янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен һораған. Унан, кәүҙәне арҡысаҡтан төшөргән дә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем һалынмаған ҡәбергә алып барып һалған. Шунан һуң Аримафейҙан булған Йософ Пилаттан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилат рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды. Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ерҙә бер баҡса, ә баҡсала бығаса һис кем һалынмаған яңы ҡәбер бар ине.
Выбор основного перевода