Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Шул мәлдә иң баш рухани тороп, Ғайсаға: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине. Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны. Баш руханиҙарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Ләкин Ғайса бер ғәйепләүгә лә яуап бирмәне һәм бының менән Ул идарасыны хайран ҡалдырҙы. Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны. Ғайсаға ул күп һорауҙар биргән, әммә Ғайса бер ни тип тә яуап ҡайтармаған.
Выбор основного перевода