Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең әле, ханым? Минең әлегә ваҡытым етмәгән, – тип яуап бирҙе. Ғайсаның янында шәкерттәренең береһе, Уның яратҡан бер шәкерте ултыра ине. Ул Симон Петрға һәм Ғайсаның теге яратҡан шәкерте янына йүгереп барып уларға: – Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине. – Ханым! Ниңә илайһың? – тип һораны. – Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм. Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте: – Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине Петрға. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Симон Петр өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе. Петр боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хужам! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине.
Выбор основного перевода