Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ҡотҡарылыу байрамы алды көнөнөң төш тирәһе ине. Пилат йәһүдтәргә: – Бына һеҙҙең Батшағыҙ! – тине. Ул яҙыуҙы күп йәһүдтәр уҡыны, сөнки Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ер ҡалаға яҡын һәм ул яҙыу йәһүд, латин һәм грек телдәрендә ине. Йәһүдтәрҙең баш руханиҙары Пилатҡа: Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ирҙәрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилаттан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан алып ташлай алырҙар ине. Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ерҙә бер баҡса, ә баҡсала бығаса һис кем һалынмаған яңы ҡәбер бар ине.
Выбор основного перевода