Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Уны Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Уны бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Миңә Атам бирҙе. Ғайсаны Каиафа янынан Рим ҡайсары тарафынан ебәрелгән идарасы һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине. Пилат үҙе улар янына сыҡты: – Был Кешене нимәлә ғәйепләп минең ҡаршыма килтерҙегеҙ? Тегеләр уға: – Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе. – Уны алығыҙ һәм ҡанунығыҙ буйынса үҙегеҙ хөкөм итегеҙ, – тине Пилат. Йәһүдтәр: – Беҙгә кемде лә булһа үлем язаһына дусар итеү хоҡуғы бирелмәгән, – тинеләр. Был иһә Ғайсаның Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙе тормошҡа ашһын өсөн әйтелде. Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ. Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған.
Выбор основного перевода