Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына алып китте. Уны барлыҡ ғәскәр уратып алды. Улар Ғайсаның кейемдәрен һалдырып, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙерҙеләр, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар һәм алдында тубыҡланып: «Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы!» – тип мыҫҡылланылар. Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡты тартып алып шуның менән башына һуҡтылар. Ғәскәриҙәр, Уны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы. Улар Ғайсаға ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙереп, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар ҙа: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип тәбрикләргә керештеләр. Уның башын таяҡ менән туҡманылар, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр. Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән.
Выбор основного перевода