Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны. Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ! Шунда иң баш рухани үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ! Ниндәй ҡарар сығарырһығыҙ? – тип һораны. – Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар. Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне. Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр. – Уны алығыҙ һәм ҡанунығыҙ буйынса үҙегеҙ хөкөм итегеҙ, – тине Пилат. Йәһүдтәр: – Беҙгә кемде лә булһа үлем язаһына дусар итеү хоҡуғы бирелмәгән, – тинеләр.
Выбор основного перевода