Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәшкән: – Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеләреңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр. Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр, ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер. Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем. Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан. Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк! Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, а кешеләр өсөн түгел, ә Раббы өсөн эшләгән кеүек ихлас күңелдән башҡарығыҙ. Раббынан бүләккә мираҫ алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ. Онисифор ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы. Улай ғына ла түгел, Римға килгәс, ҙур тырышлыҡ һалып мине эҙләп тапты. Раббы килгән көндә ул Уның ярҙамы менән Алла шәфҡәтен алһын. Уның Ефеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.
Выбор основного перевода