Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр. Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул итеүсе, пәйғәмбәргә бирелгәнсә үк әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе, тәҡүә кешегә бирелгәнсә үк әжер алыр. Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ. Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта. Кемдең ҡоролмаһы имен ҡала, шул төҙөүсе әжерен аласаҡ.
Выбор основного перевода