Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шунан Уның янына Петр килеп: – Хужам, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны. – Юҡ, етегә тиклем түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем, – тип яуап бирҙе уға Ғайса. – Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша үҙенең хеҙмәтселәренән иҫәп-хисап эшен талап иткән. Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант бурысы булған бер кешене алып килгәндәр. Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән. Был хеҙмәтсе батша алдында йөҙтүбән ҡапланып: «Бурысымды кисектереп торсо! Мин һиңә уны аҙаҡ тулыһынса ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған. Батша, хеҙмәтсене йәлләп, бурысын бәхилләгән һәм уны ебәргән. Ләкин был хеҙмәтсе, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Миңә күпме бурысың бар, бөтәһен дә түлә!» – тип талап иткән. Тегеһе, тубыҡланып, уға: «Бурысымды кисектереп торсо, мин ҡайтарып бирермен!» – тигән. Әммә ул, риза булмайынса, бурысын түләгәнгә тиклем уны төрмәгә ултыртҡан. Батшаның бүтән хеҙмәтселәре быны күреп бик ҡайғырған һәм бар булған хәлде хужаларына барып һөйләп биргәндәр. Шунан һуң батша теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алып былай тигән: «Яраҡһыҙ хеҙмәтсе! Һин үтенгәс, бөтә бурысыңды бәхилләнем. Мин рәхимлек күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә рәхимлек күрһәтергә тейеш түгел инеңме ни?» Һәм асыуланған батша хеҙмәтсене, бөтә бурысын түләп бөткәнгә тиклем, язалаусылар ҡулына тапшырған. Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ.
Выбор основного перевода