Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәре, был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар ғына түгел, ә эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә инде киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар. Ғайса тыңлаусыларға өндәшкән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем хәҙерге ваҡытта ла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр.
Выбор основного перевода