Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шунда тәҡүә кешеләр: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ, ас булыуыңды күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек? Ҡасан беҙ, мосафир икәнеңде күреп, Һине өйөбөҙҙә ҡабул иттек; яланғас булыуыңды күреп, кейендерҙек? Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырыуыңды күреп, Һинең яныңа барҙыҡ?» – тип һорарҙар. Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер. Күңел күтәреү һәләте бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәтлек итһен.
Выбор основного перевода