Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки «Ул тегендә!» – тиһә, ышанмағыҙ. Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ, әммә үҙ исеменән килгән башҡа берәүҙе ҡабул итерһегеҙ. Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты. Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Әммә ул һәләк булғандан һуң, уға эйәргән кешеләр ҙә таралды. Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде.
Выбор основного перевода