Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора. Был хәлдәрҙең ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта буласағы тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, имандаштар, сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ. Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл ғоманлы ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ. Әммә һеҙ ҡараңғылыҡта түгел, имандаш туғандар, был көн һеҙгә көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмәйәсәк. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә яҡтылыҡ һәм көн балалары, беҙ төн һәм ҡараңғылыҡ балалары түгел.
Выбор основного перевода