Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Мәсих», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр. Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде. Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр – бармағыҙ ҙа, улар артынан йөрөмәгеҙ ҙә. Ғайса былай тигән: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.
Выбор основного перевода