Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. Әммә мин, әллә Израиль халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Вәғәзләүселәрҙең тауышы бөтөн донъя буйлап үтте, һәм уларҙың һүҙҙәре йыһан сиктәренә барып етте». Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара. Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.
Выбор основного перевода