Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр. Һин шуны бел: ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер. Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ, ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән, Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.
Выбор основного перевода