Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ. Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы. Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне. Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең, Мәсих аша, юғалтыу икәнлеген аңланым хәҙер. Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне лә сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең хаҡлығым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманым, Алланан килгән хаҡлығыма нигеҙләнгән. Ун ике ҡапҡа – ун ике ынйы, ҡапҡаларҙың һәр береһе бер ынйынан. Үҙәк урам үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.
Выбор основного перевода