Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шунда Петр Унан: – Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде. Үҙҙәре генә ҡалғас, ун ике шәкерт һәм башҡа Уның артынан эйәреүселәр Ғайсанан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны. – Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламайһығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? Ғайса Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында халыҡ аңлаған тиклем һөйләне. Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны. Шәкерттәре Унан: – Был кинәйәле ҡиссаның асылы нимәлә? – тип һораған.
Выбор основного перевода