Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар инеп урлай. Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай. Хазинаң ҡайҙа, күңелең дә шунда булыр. Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙҙәрең һау булһа, бөтөн тәнең нурлы булыр. Ә инде күҙең насар булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы! Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға һәм нимә эсергә тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни? Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни? Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? Ниңә кейем өсөн борсолаһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән. Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар? Шулай булғас: «Беҙгә нимә ашарға, беҙгә нимә эсергә, беҙгә нимә кейергә?» – тип хафаланмағыҙ. Был хаҡта мәжүсиҙәр ҡайғырта. Ә Күктәге Атағыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына ла мохтаж икәнлегегеҙҙе белә. Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер. Шуға күрә, иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етерлек. Ғайса Үҙенең шәкерттәренә өндәште: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын. Бынан һуң Ғайса ҡисса һөйләгән: – Бер байҙың баҫыуҙа игене бик уңған. Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған. Ул шундай ҡарарға килгән: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым. Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен». Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән. Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр. Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ. Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни? Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр. Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте. элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ. ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтереүсе мәғәнәһеҙ, зарарлы байтаҡ теләктәрҙең тоҙағына эләгә. Бөтөн яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән. Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.
Выбор основного перевода