Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙландырырһығыҙ? Ул сығарып аяҡ аҫтына ташлауҙан башҡаға ярамаҫ. Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡала йәшенеп ҡала алмаҫ. Шулай уҡ бер кем дә, шәмде тоҡандырғас, уны һауыт аҫтына ҡуймай, ә шәмдәлгә ултырта һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтөнөһө өсөн дә яҡтырта. Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын. Нисек уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе аҙашһа, ул туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләп китмәҫ инеме икән? Тапһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр. Һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ҙа шулай: түбән заттарҙың береһенең дә һәләк булыуын теләмәй. Ғайса уларға бер ҡисса һөйләгән: – Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ: уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ. Шулай уҡ, быларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ.
Выбор основного перевода