Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
«Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». «Был халыҡ янына бар ҙа әйт: Тыңларһығыҙ-тыңларһығыҙ – аңламаҫһығыҙ, Ҡарарһығыҙ-ҡарарһығыҙ – күрә алмаҫһығыҙ. Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты. Ҡолаҡтары көскә генә ишетә, күҙҙәрен дә йомғандар. Әгәр шулай булмаһа, күҙҙәре менән күрерҙәр, ҡолаҡтары менән ишетерҙәр ине, йөрәктәре менән аңларҙар, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп, әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы».
Выбор основного перевода