Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Унда Ғайса янына фарисейҙар һәм саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар. Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр. Ғайса: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: уларға илаһи билдә күреү бирелмәйәсәк, – тине ауыр көрһөнөп. Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иткән. Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: – Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны. Улар Ғайсаға: – Беҙ Һиңә ышанырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. – Йәһүдтәр мөғжизәләр талап итә, гректар зирәклек эҙләй.
Выбор основного перевода