Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көнөндә һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны. Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тигән. – Ҡанун буйынса, шәмбе көнө дауаларға яраймы? – тип һораған Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан. Шунлыҡтан йәһүдтәр уға: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр. Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ?
Выбор основного перевода