Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ. Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан килеүе тураһында һораған. – Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тип яуап биргән Ғайса. – «Бына, бында Ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа. Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды. Гонаһ ҡылыусы иһә Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Ә Алла Улы нәҡ Иблис эштәрен емерергә килде.
Выбор основного перевода