Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә. – Ул балта оҫтаһының улы түгелме һуң? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуб, Йософ, Симон һәм Йәһүҙә лә баһа? Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө. Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.
Выбор основного перевода