Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм, шайтан таяғынан инжир йыялармы ни? Бына шулай, һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә. Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай һәм насар ағас яҡшы емеш бирә алмай. Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар. Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Бер яҡшы ағас та насар емеш бирмәй, һәм, киһеренсә, бер насар ағас та яҡшы емеш бирмәй. Һәр ағасты үҙ емешенә ҡарап таныйҙар. Шайтан таяғынан инжир, ә сәнскәктән йөҙөм йыймайҙар.
Выбор основного перевода