Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын тейешле тәртип менән йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. Баҙарҙан ҡайтҡас та, йыуынмайынса ашамайҙар. Улар үтәлергә тейеш тип ҡабул иткән тағы күп ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибе. Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан: – Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар. Ғайса уларға: – Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында ҡайһылай дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса: «Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән йыраҡ. Миңә бушҡа табыналар, кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтәләр». Алла әмерен ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йоланы үтәйһегеҙ. Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла әмерен кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – Ғайса былай тигән: – Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә ҡағылмайһығыҙ. Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел,
Выбор основного перевода