Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ирод, үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында, Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә япҡайны. Ирод үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны. Сөнки Ирод был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә ағайыңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне. Өлкә идарасыһы Ирод, быларҙың барыһы тураһында ишетеп, аптырашта ҡалған. Сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләгән. Ә Ирод: – Яхъяның башын мин үҙем киҫтергәйнем, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораған. Ирод Уны күрергә теләгән. Ул ваҡытта Яхъя төрмәгә ябылмағайны әле.
Выбор основного перевода