Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Быны күреп, шәкерттәренең иҫе китте. – Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно һуң? – тип һораны улар. Улар күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай. бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, паралич һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ятҡан. Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ. Ләкин, әйткәнемсә, Мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер ышанмайһығыҙ. Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен. Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫып көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен! Шулай булғас, беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?
Выбор основного перевода