Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны Унан шәкерттәре. – Ысынлап та, Ильяс килеп, бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Әммә һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде, ләкин уны таныманылар һәм уның менән ни теләһәләр, шуны ҡылдылар. Шулай уҡ Әҙәм Улына ла улар арҡаһында ғазап сигергә тура киләсәк. Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләүен аңланылар. Ғайсанан иһә: – Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар. – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң? Ләкин һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар. Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Аталарҙы һәм балаларҙы татыулаштырыр, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббыға тап килерлек итеп әҙерләр. Улар: – Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һораны. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? – Юҡ, – тип яуапланы ул йәнә.
Выбор основного перевода