Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала. Ғайса иһә, уларҙың Уны көслөк менән батша итеп ҡуйырға теләүҙәрен белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте. Самуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте. Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тереклек ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр.
Выбор основного перевода