Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы. Петр менән Яхъя, Самарияға килгәс, бындағы иман тотоусылар Изге Рухты алһын өсөн доға ҡылды. Сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгән була әле. Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә ингән кеүек, уларға ла Изге Рух инде. Кеше күңелен белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла Изге Рухты биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте.
Выбор основного перевода