Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ. Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан: – Хужам! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны. Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ. Ғайса шәкерттәренә: – Ашарға ултырығыҙ, – тине. Уларҙың береһе лә Унан: «Һин кем?» – тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки Уның Раббы Ғайса икәнен аңлағайнылар инде. Ғайса, яҡыныраҡ килеп, икмәкте ҡулына алды һәм уларға өләшеп сыҡты, шулай уҡ балыҡты ла таратып бирҙе. Шулай бер ваҡыт, илселәре менән бергә ашап ултырғанда, Ғайса уларға шундай бойороҡ бирҙе: – Иерусалимдан китмәгеҙ, Ата вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Мин һеҙгә ул хаҡта һөйләгәйнем. Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелтелде, тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде. Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде), унан һуң Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә күренде,
Выбор основного перевода