Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Мин Иоппия ҡалаһында доға ҡыла инем һәм, зиһенем томаланып, миңә илаһи күренмеш килде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө. Эсенә диҡҡәт менән ҡарағас, унда ерҙә йәшәүсе дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе һәм ҡоштарҙы күрҙем. Шунан һуң: «Тор, Петр, быларҙы һуй ҙа аша», – тигән тауыш ишеттем. «Юҡ, Раббым! Бер ҡасан да минең ауыҙыма шаҡшы йәки харам нәмәнең ингәне юҡ», – тинем мин. Күктән килгән ауаз миңә икенсе тапҡыр: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама», – тине. Был һүҙҙәр өс тапҡыр ҡабатланғандан һуң бөтөнөһө йәнә күккә тартып алынды. Нәҡ шул саҡта мин торған йорт алдына Кесариянан яныма ебәрелгән өс кеше килеп баҫты. Изге Рух миңә, һис тә шикләнмәйенсә улар менән бар, тине. Әле янымда торған бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ уның өйөнә барып индек. Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды саҡырыу өсөн Иоппияға кешеләр ебәр. Ул һиңә һөйләгән һүҙҙәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотоласаҡһығыҙ», – тип әйткән. Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә ингән кеүек, уларға ла Изге Рух инде. Шул ваҡыт мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙөм. Шулай итеп, әгәр ҙә беҙ Раббы Ғайса Мәсихкә инанғас, беҙгә биргән бүләкте Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем? – тине Петр. – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм, – тине ул. Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел.
Выбор основного перевода