Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Илселәр, был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртып ебәреп халыҡ араһына йүгереп килеп инделәр һәм бар тауыштарына: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙылар. – Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙҙе был файҙаһыҙ илаһтарығыҙҙан арындырыу, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы һәр нәмәне яратҡан мәңге тере Аллаға табан бороу өсөн беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр тураһында һөйләйбеҙ. Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.
Выбор основного перевода