Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине. Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата, – тине. Сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булыуын белдерҙе.) – Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки харам тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген күрһәтте. Мин ышанам һәм бының өсөн Раббы Ғайсаға һылтана алам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе харам түгел, ә берәйһе берәй нәмәне харам тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн харам була. Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора. Ит баҙарында һатылған нәмәләрҙе тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. Алла булдырған бөтөн нәмә яҡшы һәм, әгәр, рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел, Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.
Выбор основного перевода