Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты. Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға кешеләрҙең эсенән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе. Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине. Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө. Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, өйрәтеп йөрөнө. Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән. Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Иерусалимға юл тотҡан.
Выбор основного перевода