Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шул төбәктә йәшәгән Ханаан ҡатыны Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләште, ул ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы. Ғайса шәкерттәре менән Иерихон ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан ҙур халыҡ төркөмө эйәреп барҙы. Юл ситендә ике һуҡыр ултыра ине. Улар Ғайсаның үтеп барыуын ишеткәс: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Халыҡ, уларҙы әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы. Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы: – Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! Күптәре уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, ләкин ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы. Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәргән. Алдан барыусылар уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушҡан, әммә ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырған.
Выбор основного перевода