Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуб менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зеведей улдарының әсәһе бар ине. Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы. Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуб менән Иосияның әсәһе Мәрйәм һәм Саломия ла бар ине. Ә магдалалы Мәрйәм менән Иосияның әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо. Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Иоанна, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған башҡа ҡатындар хәбәр иткән. Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клеопа ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине.
Выбор основного перевода