Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
«Ләкин, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында бында булмаһын», – тине улар. – Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине. – Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға. Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе. Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине. Шуға күрә бөгөн һеҙгә әйтәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ.
Выбор основного перевода