Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар. – Беҙ, көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек тә, Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек. башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар һәм алдында тубыҡланып: «Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы!» – тип мыҫҡылланылар. Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәтеүсе: «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар. – Һеҙгә йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилат уларҙан, – Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилат йәнә. – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип тәбрикләргә керештеләр. Ғайсаның ғәйебен күрһәтеүсе яҙыуҙа: «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. һәм: – Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тигәндәр. Уның баш осона: «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйғандар. янына килеп: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар. Пилат ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. – «Йәһүдтәр Батшаһы» тип түгел, ә «Был кеше Үҙен „Мин йәһүдтәр Батшаһы“ тине» тип яҙ, – тинеләр. Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм тоғро иманын раҫлап Понтий Пилатҡа шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:
Выбор основного перевода