Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ. – Уны алығыҙ һәм ҡанунығыҙ буйынса үҙегеҙ хөкөм итегеҙ, – тине Пилат. Йәһүдтәр: – Беҙгә кемде лә булһа үлем язаһына дусар итеү хоҡуғы бирелмәгән, – тинеләр. Был иһә Ғайсаның Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙе тормошҡа ашһын өсөн әйтелде. Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ.
Выбор основного перевода