Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуап бирҙе Ғайса. Һин Уның әмерҙәрен беләһең: «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, алдашма, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт». Уның әмерҙәрен беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт». «Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе әмер. Ә әмергә өҫтәлгән вәғәҙәһе шул: Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй. Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла. Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне йәшәһә лә, улар тереләй үле инде. Улар намыҫлы тормош алып барһын өсөн, был талаптарҙың үтәлеүен күңеленә һеңдер. Берәйһе үҙенең яҡындары һәм бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ.
Выбор основного перевода