Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була. Әммә Петр: – Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки харам нәмә ашағаным булманы, – тине. Шунда ул йәнә: – Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама, – тигән тауыш ишетте. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, ирендәрендә – йылан ағыуы. Ауыҙҙары ҡарғыш һәм рәнйеш менән тулған. Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ: Был ҡағиҙәләр тышҡы яҡтан үҙҙәре булдырған тәҡүәлектә, яһалма тыйнаҡлыҡта һәм тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡта зирәк тойолһа ла, кешенең гонаһлы дәртенә ҡаршы тора алмайҙар. Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты Алла булдырған, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар иһә уны рәхмәт менән ҡабул итә. Алла булдырған бөтөн нәмә яҡшы һәм, әгәр, рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел, Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.
Выбор основного перевода