Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине. Йөҙбашыға Ғайса: – Өйөңә ҡайт, һин ышанғанса булһын, – тине. Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты. Ғайса боролоп ҡараны. – Ныҡ бул, ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине Ул уны күргәс. Ҡатын шунда уҡ һауыҡты. Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде. – Минең һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ул. – Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уға: – Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәрҙе. Ғайса ҡатынға тағы ла: – Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тигән. Ә теге кешегә: – Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тигән.
Выбор основного перевода