Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шәкерттәре Ғайсаға: – Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр. Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул. – Биш икмәк һәм ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо. Кешеләр йөҙәр, иллешәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы. Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Икмәктән һәм балыҡтан ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алдылар. – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тигән Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораған шәкерттәр. Унда биш мең самаһы ир булған. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр-иллешәргә бүлеп, төркөмләп ултыртығыҙ, – тигән. Шәкерттәр шулай эшләгән, бөтәһен дә ултыртып сыҡҡан. Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән. Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар. – Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күп халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине. – Уларға ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса. Был ерҙә үлән ҡуйы үҫкәйне. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине. Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе. Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә: – Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине. Улар, биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙы.
Выбор основного перевода